+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
23 Июнь 2020, 10:24

Аҡ халатлыларға – дәүләт бүләктәре

Коронавирусҡа ҡаршы көрәштә фиҙакәрлек, юғары профессионализм күрһәткән өсөн Башҡортостан медиктары Рәсәй медицина хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән дәүләт наградаларына лайыҡ булды.

Коронавирусҡа ҡаршы көрәштә фиҙакәрлек, юғары профессионализм күрһәткән өсөн Башҡортостан медиктары Рәсәй медицина хеҙмәткәрҙәре менән бер рәттән дәүләт наградаларына лайыҡ булды. Был туралағы Указ Рәсәй Президенты сайтында баҫылып сыҡты. Республикабыҙҙан туғыҙ табип – Пирогов ордены, ике фельдшер һәм ике шәфҡәт туташы – “Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн II дәрәжә” орденының миҙалы, йәнә бер фельдшер менән бер шәфҡәт туташы Лука Крымский миҙалы менән бүләкләнде.
Тағы ла 16 табиптың хеҙмәте Рәсәй Президентының Почет грамоталары менән баһаланды.
Бынан тыш, республикабыҙҙың 57 медигына дәүләт етәксеһенең рәхмәте белдерелде.
Фото ирекле сығанаҡтарҙан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: