+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 18:19

Вирус йоҡтороусылар – 5000-гә яҡын

22 июнгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, биш меңгә етеп килә: теүәлерәк әйткәндә, – 4 959. Тәүлек эсендә улар 53-кә артҡан.

22 июнгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, биш меңгә етеп килә: теүәлерәк әйткәндә, – 4 959. Тәүлек эсендә улар 53-кә артҡан.
Коронавирус менән сирләп һауығыусыларҙың ҡан плазмаһын файҙаланыу был ауырыуға ҡаршы көрәштә яҡшы күрһәткескә өлгәшергә ярҙам итә. Башҡортостан Хөкүмәтенең бөгөнгө кәңәшмәһендә һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин ошо алымдың уңышлы һөҙөмтәләре хаҡында белдерҙе.
Әлеге мәлдә 1 774 сирле тейешле дауаны өйҙәрендә ала. Дауаханала ятыусылар – 782. Шуларҙың 25-енең хәле ауыр, унауһы – яһалма һулыш аппаратында.
Сирҙе еңеп, дауахананан сығыусылар бөтәһе – 2 385, аҙаҡҡы тәүлектә 4 кеше һауыҡҡан.
Эпидемия республикала йәмғеһе 18 ауырыуҙың ғүмере өҙҙө. Һуңғы көндәрҙә үлем осраҡтары юҡ.
Тәүлек эсендә “дауахананан тыш пневмония” диагнозы 12 ауырыуға ҡуйылған, кисәле-бөгөнлө үпкә ялҡынһыныуынан һауығыусылар – 15.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: