-20 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 16:10

Еңеү парады көнөндә ил халҡы ял итә

24 июнь Еңеү парады көнөндә ил халҡы ял итәсәк. Рәсәй Хеҙмәт министрлығынан билдәләүҙәренсә, эшләп йөрөүселәрҙең хеҙмәт хаҡы һаҡланасаҡ. 23 июнь тулы эш көнө тип иҫәпләнә.

24 июнь Еңеү парады көнөндә ил халҡы ял итәсәк. Рәсәй Хеҙмәт министрлығынан билдәләүҙәренсә, эшләп йөрөүселәрҙең хеҙмәт хаҡы һаҡланасаҡ. 23 июнь тулы эш көнө тип иҫәпләнә.
Билдәле булыуынса, Президент Владимир Путин коронавирусҡа бәйле май айында парадты кисектерҙе.
Еңеү байрамында күп ҡалалар авиапарадтар, ветерандарҙың йорто алдында шәхси тәбрикләүҙәр, концерт сығыштары һәм байрам салюты менән сикләнде.
һуңынан илдең оборона министрлығына Еңеү парадын 24 июнь көнө үткәреү бурысы йөкмәтелде. Сөнки тап ошо көндә, 1945 йылдың 24 июнендә, Ҡыҙыл майҙанда беренсе Еңеү парады үткәрелгән.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас в