+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 18:50

Бронзала ҡайтты улар

Бөгөн, Хәтер һәм ҡайғы көнө, Өфө тимер юл вокзалы биләмәһендә 1941 йылдың йәйендә Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышына киткән яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл асылды.

Бөгөн, Хәтер һәм ҡайғы көнө, Өфө тимер юл вокзалы биләмәһендә 1941 йылдың йәйендә Башҡортостандан Бөйөк Ватан һуғышына киткән яугирҙәр иҫтәлегенә һәйкәл асылды.
“Ошонан, “Славянканың хушлашыуы” маршы аҫтында фронтҡа йөҙәрләгән мең яҡташтарыбыҙ киткән. Перронда башҡортса, русса, татарса, сыуашса, марийса йырҙар яңғраған. Еңеүгә, иҫән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарына ышаныс менән киткән улар. Ләкин 322 мең яҡташыбыҙ яу ҡырҙарында мәңлелеккә ятып ҡалды. 1945 йылдың йәйендә ошо уҡ перронға еңеүселәр менән составтар кире ҡайтты”, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров һәйкәлде тантаналы асыу сараһында.
Бронзанан һәм граниттан эшләнгән ансамбль һалдаттарҙы фронтҡа оҙатыу ваҡиғаһын кәүҙәләндерә. Унда милли кейемдәге туғыҙ фигура һынландырылған.
Олег Яровиков фотоһы.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: