+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
22 Июнь 2020, 16:29

Бер минут тын ҡалып хәтергә ал...

Бөгөн, 22 июнь, бөтә ил халҡы “Бер минут тынлыҡ” тигән Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Тап ошо көндә фашистик Германия илебеҙгә баҫып инә.

Бөгөн, 22 июнь, бөтә ил халҡы “Бер минут тынлыҡ” тигән Бөтә Рәсәй акцияһына ҡушылды. Тап ошо көндә фашистик Германия илебеҙгә баҫып инә.
Мәскәү ваҡыты менән 12 сәғәт 15 минутта совет халҡына һуғыш башланыуы хаҡында мөрәжәғәт яңғырай.
Барлыҡ ил халҡы өсөн ҡайғы һәм хәтер көнө ул айырым әһәмиәткә эйә. Сөнки Рәсәйҙә һуғыш ҡағылмаған бер генә ғаилә лә юҡ.
Был көн һәр беребеҙгә тыныслыҡ өсөн юғары хаҡ - миллиондарса һәләк булған ҡорбандарҙы, күп милләтле халыҡтарҙың яуҙа күрһәткән батырлыҡтары, тылдағы ҡаһарманлыҡ өлгөһө булған инәй-апайҙарҙың, үҫмерҙәрҙең ауыр хеҙмәте хаҡында тағы бер тапҡыр хәтергә төшөрә. Халҡыбыҙҙың ихтиярын һындырмаған һәм еңеүгә өмөтөн һүндермәгән был көн - илебеҙҙең һәм уның кешеләренең бөйөклөгөн күрһәткән бер символ ул.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: