Әлеге мәлдә Башҡортостан табиптары коронавирус инфекцияһын бик ауыр үткәреүсе 36 яҡташыбыҙҙың ғүмерен һаҡлап ҡалыу өсөн бөтә көсөн һала. Унауһының хәле айырыуса ҡатмарлы: уларҙы ҡотҡарыу өсөн яһалма һулыш аппаратына тоташтырғандар. Стационарҙарҙа ятыусылар барлығы – 760, ә амбулатор шарттарҙа 1 714 ауырыу дауалана.
Республикабыҙҙа COVID-19 тәүлек эсендә 58 кешелә асыҡланған. Шулай итеп, 20 июнгә ҡарата уны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны 4 850-гә етте.
Һуңғы тәүлектә 91 сырхау һауыҡҡан. Дөйөм алғанда, был сирҙән сәләмәтләнеүселәр – 2 358.
Эпидемия башынан алып Башҡортостанда коронавирустан 18 ауырыуҙың ғүмере өҙөлдө. Һуңғы тәүлектә вафат булыусылар хаҡында хәбәрҙәр юҡ.
“Дауахананан тыш пневмония” менән ауырыусылар республикала бер тәүлектә 145-кә артҡан, кисәле-бөгөнлө был ауырыуҙан ҡотолоп, дауахананан 58 кеше сыҡҡан.