-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
20 Июнь 2020, 19:23

”Торатау” ҡунаҡханаһына рәхим итегеҙ

Торатау буйында ҡурай таждары формаһында ете тирмә барлыҡҡа килде. Эко-ҡунаҡхана хозур тәбиғәт ҡосағында, тыныс туризмды яратыусылар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ.

Торатау буйында ҡурай таждары формаһында ете тирмә барлыҡҡа килде. Эко-ҡунаҡхана хозур тәбиғәт ҡосағында, тыныс туризмды яратыусылар өсөн үҙ ишектәрен асасаҡ.
Тирмәнең эсендә 7 номер һәм кафе урынлашҡан. Унда бер юлы 50 кеше ял итә аласаҡ. Һәр бер номер 6-8 кешегә иҫәпләнгән, бер тирмә ғаилә менән ял итеү өсөн ҡулайлашҡан. Стандарт номерҙар өсөн иртәнге аш индерелгән, ә көн әйләнәһенә туҡланырға теләүселәр өсөн махсус пакет, бынан тыш туристарға аттарҙа йөрөү, фотосессиялар, велосипед өсөн прокат тәҡдим ителә. Башҡорт халҡының милли аш- һыуынан- ҡымыҙ, бишбармаҡ, бәлештәр буласаҡ.
Ҡунаҡханала Ишембай районының яҡын ауылдарында йәшәгән кешеләр эшләйәсәк.
Төҙөлөштә тик тәбиғи материалдар ҡулланылған - ағас, тәбиғи туҡыма. “Торатау” ҡунаҡханаһын 2020 йылдың 1 июлендә асыу күҙалланған. Ул төбәктең бер нисә эшҡыуары, Ишембай районы хакимиәте һәм “Геопарк Торатау” коммерция булмаған автономлы ойошмаһы ҡатнашлығында берлектәге проект.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: