+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 13:19

Яңы музыка ҡоралдары алынды

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфө сәнғәт училищеһына тағы ла яңы музыка ҡоралдары алынған.

“Мәҙәниәт” милли проектының “Мәҙәни мөхит” проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Өфө сәнғәт училищеһына тағы ла яңы музыка ҡоралдары алынған.
Уҡыу йортона һуңғы айҙарҙа бер нисә партия ҡоролмалар һәм әсбаптар алынған. Ошо көндәрҙә училищеға тағы ла яңы музыка ҡорамалдары ҡайтарылған. Улар араһында “Юпитер” баяны, тынлы һәм һуҡма музыка ҡоралдары, нотаны өйрәнеү буйынса әҙәбиәт бар.
– “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә уҡыу йортона өсөнсөгә музыка ҡоралдары ҡайтарыла. Алдан биш фортепиано һәм художество бүлеге өсөн ҡоролмалар алынғайны, – ти Өфө сәнғәт училищеһы директоры Лидия Воробьева.
Колледж уҡытыусылары һәм студенттар уҡыу йортон республика һәм ил кимәлендә лайыҡлы күрһәтеү өсөн барлыҡ көсөн һалыр, тип ышаныс белдерә училище етәксеһе.
Фото БР Мәҙәниәт министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: