+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 18:13

Сирҙең зәһәрлеге кәмейме?

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә 62 кешелә коронавирус табылған.19 июнгә ҡарата COVID-19-ҙы йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 4 792.

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, республикабыҙҙа һуңғы тәүлектә 62 кешелә коронавирус табылған. 19 июнгә ҡарата уны йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны – 4 792.
Әлеге мәлдә 1 737 ауырыу өйҙәрендә коронавирусҡа ҡаршы дауа ала, 770-е ковид-госпиталдәрҙә ята. Табиптар шуларҙың 38-енең хәле ауыр икәнен билдәләй, 13-ө яһалма һулыш аппараты ярҙамында тын ала.
Тәүлек эсендә 85 яҡташыбыҙ, COVID-19-ҙан ҡотолоп, дауахананан сыҡҡан. Эпидемия башланғандан алып унан һауығыусылар – 2 267.
Республикала был зәһәр сир ҡорбандары һаны 20 майҙан бирле үҙгәрешһеҙ ҡала – 18.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: