-6 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 16:52

Шифаханаға – ковидҡа тест һөҙөмтәһе менән

29 июндән республикабыҙ шифаханалары ял итеүселәрҙе ҡабул итә башлай.

29 июндән республикабыҙ шифаханалары ял итеүселәрҙе ҡабул итә башлай. Тик, коронавирус йоғоу ҡурҡынысы тыумаһын өсөн, шифаханаға COVID-19-ға тест һөҙөмтәләре менән килергә кәрәк. Һөҙөмтәләрҙең ял итергә киткәнсе күп тигәндә ике көн элек алынған булыуы шарт.
Шифаханалар эшен ойоштороу буйынса кәңәшмәлә Роспотребнадзор идаралығы етәксеһе урынбаҫары Александр Жеребцов кешеләрҙе номерҙарға берәмләп урынлаштырыу мөһимлеген һыҙыҡ өҫтөнә алды. Әлбиттә, был ғаилә ағзаларына, шулай уҡ ял итеүсегә һәм уны оҙатып йөрөүсе кешегә ҡағылмаясаҡ.
Башҡортостан Хөкүмәте премьер-министрының беренсе урынбаҫары Андрей Назаров әле күпселек шифаханаларҙың обсерватор булараҡ файҙаланылыуын һәм уларҙың ваҡытында асылыуы һәм хәүефһеҙ эшләүе өсөн бөтә саралар күрергә кәрәклеген әйтеп үтте. Шифаханаларҙа дезинфекциялау сараларының тотош комплексы үткәрелергә тейеш. Сир билдәләре беленгән осраҡта, ял итеүсене йоғошло сирҙәр дауаханаһына һаласаҡтар, ә уның менән аралашҡан кешеләрҙе карантинға ебәрәсәктәр.
Премьер-министр урынбаҫары – ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова республика шифаханаларында табиптарҙың, социаль хеҙмәткәрҙәрҙең, волонтерҙарҙың һәм оператив хеҙмәткәрҙәрҙең ялын һауыҡтырыу сертификаттары нигеҙендә ойоштороу хаҡында ҡарар әҙерләнеүен билдәләне. Сертификаттар электрон төрҙә булыр, тип күҙаллана.
Фото "Башинформ"дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: