+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 10:40

Өлгөрөп ҡал

Әгәр йорт, башҡа күсемһеҙ милек йәки автомобиль һаттығыҙ икән, һалым инспекцияһына декларация бирергә онотмағыҙ.

Әгәр йорт, башҡа күсемһеҙ милек йәки автомобиль һаттығыҙ икән, һалым инспекцияһына декларация бирергә онотмағыҙ.
Ғәҙәттәге йылдарҙа уның ваҡыты 30 апрелгә тиклем ине. Быйыл декларацияны 30 июлгә хәтлем бирергә мөмкин. Ваҡытты оҙайтыу коронавирус пандемияһы менән бәйле.
Һалым түләү мотлаҡ осраҡттарға мөлкәтте ҡуртымға биреү, лотереяла отоштан килемгә эйә булыу, яҡын булмаған туғандарыңдан ҡиммәтле бүләктәр (күсемһеҙ милек, транспорт, акциялар, пайҙар), сит илдән килем алыу инә. 2019 йыл өсөн физик берәмектәр килеменә һалым түләү ваҡыты 15 июлгә тиклем билдәләнгән.
Шулай уҡ шәхси эшҡыуарҙар, нотариустар, адвокаттар 15 июлгә тиклем килемгә һалым түләргә тейеш.
Һалым ҡайтармаһына ғаризаларҙы йыл дауамында теләһә ниндәй ваҡытта тапшырырға мөмкин.
Читайте нас: