-2 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 11:10

Исемең матур – кемдәр ҡушты

Балаға исем һайлау хәҙер тик ата-әсәнең шәхсән теләгенә ҡайтып ҡала. Яңғырайышлы, ҡыҫҡа, заманса булһын, тип баралар. Традицияларҙы, ата-бабалар йолаһын һанлау, ололар менән кәңәшләшеү юҡҡа сыҡты.

Балаға исем һайлау хәҙер тик ата-әсәнең шәхсән теләгенә ҡайтып ҡала. Яңғырайышлы, ҡыҫҡа, заманса булһын, тип баралар. Традицияларҙы, ата-бабалар йолаһын һанлау, ололар менән кәңәшләшеү юҡҡа сыҡты.
Ҡартайған көндә Карина исемен йөрөтөү бик үк килешле түгел һымаҡ. Башҡортта бит кеше ғүмере буйы бер исем менән ҡала. Мария шикелле бәләкәй саҡта Маша-Машуня була алмай. Беҙҙә сәңгелдәктә ятҡан сабый ҙа, аҡ сәсле әбей ҙа Мәҙинә исеме менән йөрөй.
Быйылғы йылда Башҡортостанда йәшәүселәр балаларына һирәк осраған Адам, Аллим, Альтаир, Анил, Арат, Архан, Асман, Билол, Гамлет, Гаффар, Гор, Давир, Далгал, Далер, Дастан, Демьян, Джабраил, Дияр, Клим, Лукьян, Мамур, Мират, Мөхәммәтйософ, Нил, Нурлан, Нурмат, Онур, Ранэль, Ролан, Рэм, Сәйҙәш, Саньяр, Тупар, Улан, Харитон, Элиф, Эльмар, Эмран, Эрвий, Элёр, Эмерик, Ямих исемдәре ҡушҡан. Был хаҡта Башҡортостандың Юстиция эштәре буйынса дәүләт комитеты сайтында хәбәр ителә.
Малайҙар араһында Артем, Артур, Арыҫлан, Асҡар, Иван, Тимур, Эмир, Әмир, Максим, Кирилл, Мирон, Таһир, Самир, Рамаҙан, Даниэль, Роман, Матвей, Тимофей, Семён исемдәре популяр.
Ҡыҙҙарға йышыраҡ Алина, Әминә, Амелия, Арина, Анастасия, Дарина, Дарья, Самира, София, Софья, Ксения, Риана, Милана, Ева, Александра, Анна, Камилла, Полина, Карина, Виктория, Вероника, Мәҙинә, Элина тигән исемдәр ҡушҡандар.
Һирәк осраған исемдәрҙән: Айна, Айлина, Айтина, Ариэлла, Афина, Виана, Гвиневра. Данна, Девика, Евангелина, Ивета, Изотелла, Инель, Лагерта, Лея, Лилита, Луна, Мирра, Мила, Миряна, Миллианна, Мия, Мишель, Наида, Наоми, Паулина, Райана, Рия, Тарья, Севинч, Уралиә, Фредерика, Хәтижә теркәлгән.
Ике исемле балалар ҙа бар: Артур-Эбука, Омер-Халис, Амиели-Фату, Әмир-Аслан.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: