Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Мир 24” телеканалына, Конституцияға өҫтәлмәләр буйынса тауыш биреүҙәрҙең барышы хаҡында һөйләне. Башлыса һүҙ процедураларҙы кеше һаулығы һағында, хәүефһеҙ үткәреү тураһында барҙы.
Билдәле булыуынса, тауыш биреүҙәр бер аҙна алдан башланасаҡ. Участкалар 25 июндә асыла. Республика башлығы әйтеүенсә, һайлау участкаларында һәр ике сәғәт һайын дезинфекция саралары үткәреләсәк. Бынан тыш өйҙә, дәүләт хеҙмәте порталы аша ла тауыш бирергә мөмкин. Ковид-19 сире менән ауырыған пациенттарға тауыш биреү өсөн махсус “ҡыҙыл линия” төҙөләсәк. Яҡынса 70 процент кеше тауыш бирер тип күҙаллана.
Республика етәксеһе әйтеүенсә, бюллетендәрҙе хәүефһеҙләндереү сараһы ла ҡабул ителәсәк. Сөнки табиптар һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын күҙәтеү хеҙмәте был турала борсолоу белдергән. Радий Фәрит улының билдәләүенсә, әле Үҙәк һайлау комиссияһы менән берлектә ошо мәсьәлә хәл ителә.
-Бюллетендәрҙе һанаған ваҡытта, зарарланыу ихтималлағы бар. Шуға күрә беҙ ниндәйҙер ҡурсаланыу сараларын ҡабул итеү хаҡында ла уйлайбыҙ, - тигән республика етәксеһе.