-2 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 11:25

Эшһеҙҙәр һаны арта

Йыл башынан Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙ граждандар һаны 4,2 тапҡырға артып, 76 мең кешенән ашҡан.

Йыл башынан Башҡортостанда теркәлгән эшһеҙ граждандар һаны 4,2 тапҡырға артып, 76 мең кешенән ашҡан.
Уларҙың 70 меңдән күберәге эшһеҙлек пособиеһын ала ла инде, тип хәбәр итте республика хөкүмәте вице-премьеры Ленара Иванова хөкүмәттәге оператив кәңәшмәлә. Ағиҙел, Межгорье, Өфө, Күмертау, Стәрлетамаҡ ҡалаларында, шулай уҡ Шишмә, Кушнаренко, Өфө, Ҡырмыҫҡалы һәм Иглин райондарында теркәлгән эшһеҙлек кимәле юғары икән.
Рәсми теркәлгән эшһеҙҙәр һанының артыуы республикала түләнгән дәүләт пособиһының иң түбән миҡдары 5175 һумға етеүе менән дә аңлатыла. Был элеккегә ҡарағанда өс тапҡырға юғары. Коронавирус пандемияһына бәйле Президент Владимир Путиндың ҡарарына ярашы үткәрелгән социаль сәйәсәттең бер сараһы ул.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: