+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
19 Июнь 2020, 13:50

Ҡайҙа ремонт бара? Интерактив картанан ҡарап белегеҙ

Өфөлә юлдарҙы ремонтлау һәм юл хәрәкәте сикләнеүҙе интерактив карта аша күҙәтергә була.

Өфөлә юлдарҙы ремонтлау һәм юл хәрәкәте сикләнеүҙе интерактив карта аша күҙәтергә була.
“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проекты сиктәрендә Өфөлә 22 урамды йүнәтеү ҡаралған. Уларҙың дөйөм оҙонлоғо – 21 саҡрым, майҙаны 460 000 квадрат метр тәшкил итә. Әле эштәр 19 объектта башланған.
Юл эштәре барған участкалар картала күрһәтелгән. Ремонт эштәренә әле тотонолмаған йә автотранспорт хәрәкәте сикләнмәгән урындар зәңгәр төҫ менән билдәләнгән. Һары төҫ ремонт эштәре башланғанын һәм юл хәрәкәте сикләнеүе мөмкинлеген күрһәтә. Ҡыҙыл төҫ менән автотранспорт хәрәкәте туҡтатылған участкалар билдәләнгән.
Шулай итеп, карта буйынса ҡарап, ҡайҙа ремонт барғанын белергә һәм юл ябылған урындарҙы урап үтер өсөн маршрутты алдан уҡ төҙөргә мөмкин.
Интерактив картаны ошо һылтанма буйынса Өфө ҡалаһы хакимиәте сайтында ҡарарға мөмкин: https://ufacity.info/remontdor/ .
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: