+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 01:45

Төбәк операторҙары йыйыла

2020 йылдың 2 – 4 июлендә Ставрополь крайында урынлашҡан Железноводск ҡалаһында сүп-сар менән эшләгән төбәк операторҙарының IV съезы үтә. Уны “Таҙа ил” (“Чистая страна”) Ҡалдыҡтар менән эшләүсе ойошмалар, операторҙар һәм белгестәр ассоциацияһы Рәсәй тәбиғәт ресурстары һәм экология министрлығы менән берлектә ойоштора.

– Теге йәки был төбәктә ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар өлкәһендә реформаларҙы тормошҡа ашырыу мәсьәләләре хаҡында фекер алышыу, шулай уҡ тәжрибә уртаҡлашыр өсөн йыл һайын төбәк операторҙары съезын илебеҙҙең төрлө урындарында үткәрәбеҙ. Тармаҡ өсөн бик мөһим был сарала әлеге мәлдә Рәсәйҙә бойомға ашырылған “Экология” милли проектының һәм уның бер өлөшө булған сүп-сар реформаһының көнүҙәк мәсьәләләре ҡарала, – ти “Таҙа ил” ассоциацияһының башҡарма директоры Руслан Ғөбәйҙуллин.
Төбәк операторҙарынан тыш, съезда профиль ведомстволары етәкселәре, федераль һәм төбәк власть органдары вәкилдәре, Рәсәй һәм сит илдә коммуналь техника етештереүселәр, шулай уҡ ҡалдыҡтарҙы утилләштереү һәм эшкәртеү менән шөғөлләнгән компаниялар ҡатнаша.
III Халыҡ-ара сүп-сар менән эшләүсе төбәк операторҙары съезы Өфөлә үткәйне. Унда 500-ҙән ашыу кеше йыйылғайны.
БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, был съезда теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Сара тураһында тулы мәғлүмәтте ошо һылтанма аша табырға мөмкин: https://congress.cleancountry.ru/ .
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: