“Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә Башҡортостандың төрлө төбәктәрендә юлдар йүнәтелә.
Стәрлетамаҡ ҡалаһында ла юлдарҙа ремонт эшенә тотонғандар. Әле Халтурин урамы йүнәтелә. Юл полотноһының оҙонлоғо 1,208 километр тәшкил итә.
Стәрлетамаҡ ҡала хакимиәтендә билдәләүҙәренсә, бында юлдың өҫкө ҡатламын алып, тигеҙләүсе ҡатлам эшләнәсәк, өҫкө ҡатлам һалынасаҡ, бордюр таштары ҡуйыласаҡ, тигеҙ булмаған ерҙәр ремонтланасаҡ һәм юл билдәләре һалынасаҡ. Ремонт эштәре июль аҙағына тиклем дауам итәсәк.
Фото Башҡортостан Республикаһының транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты сайтынан алынды.