-3 °С
Ҡар
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 16:08

Миәкәлә – ике ФАП

Миәкә районында 2 модулле ФАП асыла. Береһе – Өршәк, икенсеһе Бәләкәй Кәркәле ауылында урынлашҡан. Заказсы – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ике ауылда ла модулле фельдшер-акушер пункттары элекке ФАП-тар биләмәһендә урынлашҡан.

Миәкә районында 2 модулле ФАП асыла. Береһе – Өршәк, икенсеһе Бәләкәй Кәркәле ауылында урынлашҡан. Заказсы – БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы. Ике ауылда ла модулле фельдшер-акушер пункттары элекке ФАП-тар биләмәһендә урынлашҡан.
ФАП-тарҙы урынлаштырыу ике аҙна элек башланған. Әле коммуникациялар үткәрелә.
Фельдшер-акушер пункттары заманса ҡорамалдар – ЭКГ аппараты, дефибрилляторҙар, инструменттарҙы дезинфекциялау өсөн махсус шкафтар һәм мебель менән йыһазландырыла.
Өршәк фельдшер-акушер пунктында 18 йылдан ашыу юғары категориялы фельдшер Люциә Солтангирова эшләй. ФАП Айыт, Шишмә, Өршәк ауылдарында йәшәгән халыҡты хеҙмәтләндерә.
Бәләкәй Кәркәле ФАП-ы Бәләкәй Кәркәле һәм Етегән ауылдары халҡын ҡабул итә. Иҫке фельдшер-акушер пункты 1960 йылда төҙөлгән. Яңы бинала көтөү залы, пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура, гинекология кабинеттары буласаҡ. Бәләкәй Кәркәле ФАП-ын 30 йылдан ашыу хеҙмәт стажы булған юғары категоориялы табип Сайма Ғәлимова етәкләй.
– Иҫке ФАП-тар капиталь ремонт үткәрерлек түгел ине инде. “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә тиҙ арала уңайлы, заманса модулле ФАП-тар һалып ултыртырға мөмкинлек тыуҙы. Июль башында тәүге пациенттарҙы ҡабул итергә ниәтләйбеҙ, – ти Миәкә район үҙәк дауаханаһының баш табибы Илшат Ғилемйәнов.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: