+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 12:50

Конституцияға өҫтәлмәләрҙе хуплайым

Президент Владимир Путиндың Конституцияға өҫтәлмәләре ыңғай этнополитик динамиканы һаҡлауға һәм халыҡтар дуҫлығын нығытыуға булышлыҡ итәсәк. Был хаҡта Башҡортостан мәҙәниәт министрлығының гуманитар тикшеренеүҙәр Үҙәге директоры, сәйәсәт фәндәре кандидаты Марат Мәрҙәнов белдергән.

- Илдең төп документына өҫтәлмәләр бөтә халыҡтарҙың мәҙәни үҙенсәлеген, этномәҙәни һәм тел төрлөлөгөн һаҡлай һәм гарантиялай. Рәсәй халыҡтары традицияларын һәм мәҙәниәтте яҡлау Конституция кимәлендә нығытыла. Был иһә Башҡортостан кеүек күп милләтле республика өсөн бик мөһим. Милли республикалар Конституция кимәлендә үҙҙәренең дәүләт телдәрен билдәләй ала.
Конституцияға өҫтәлмәләрҙә тарихи дөрөҫлөктө, хәтер һәм ҡиммәттәрҙе һаҡлау буйынса пункт индереүҙе лә хуплайым. Патриотик тәрбиә буйынса эште көсәйтеү, йәштәрҙең ил һәм республика тарихын белергә ынтылыуына ярҙам итеү бик мөһим.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: