+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
18 Июнь 2020, 13:07

Башҡорт телендә һөйләшеүсе заманса проекттар

18 июнь Өфөнөң “Торатау” конгресс- холында башҡорт телен популярлаштырыу буйынса заманса проекттар тәҡдим итәсәктәр.

18 июнь Өфөнөң “Торатау” конгресс- холында башҡорт телен популярлаштырыу буйынса заманса проекттар тәҡдим итәсәктәр.
“Башҡорт теле: яңы ҡараш” тип аталған сараны башҡорт телен үҫтереү һәм һаҡлау фонды ойоштора. Туған телдәрҙе өйрәнеү һәм файҙаланыу өсөн мобил ҡушымталар, интернет- ресурстар, дистацион курстар эшләүсе авторҙар үҙҙәренең проекттарын онлайн һәм офлайн форматта тәҡдим итәсәк. Исем туйын киң аудитория өсөн Башҡортостан Юлдаш телеканалы һәм социаль селтәрҙәр эфирға сығара. Сара барышында төрлө селтәрҙәрҙә башҡорт телендәге тәүге подкастар, “Аҫылташ” йәштәр бренды хаҡында һөйләшеү буласаҡ. Махсус ҡунаҡ итеп билдәле мультиинструменталист Зәйнетдин саҡырылған. Исем туйы 19 сәғәттә башлана.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: