+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 15:04

“Яңы үҙәк – XXI быуат дауаханаһы”

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 16 июндә Беренсе каналдың “Док-ток” тапшырыуында ҡатнашты. Тапшырыуҙа һүҙ Өфө эргәһендәге яңы клиник-диагностик инфекция үҙәге хаҡында барҙы.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 16 июндә Беренсе каналдың “Док-ток” тапшырыуында ҡатнашты. Тапшырыуҙа һүҙ Өфө эргәһендәге яңы клиник-диагностик инфекция үҙәге хаҡында барҙы.
Был турала “Башинформ” мәғлүмәт агентлығы хәбәр итә. Радий Фәрит улы унда ҡатнашыусыларға коронавирус йоҡтороусыларҙы дауалаусы яңы үҙәктең 55 көндә төҙөлөүен әйтеп үтте. Ҡыҫҡа ваҡытта сафҡа индерелһә лә, дауахана бик сифатлы итеп һалынған, ҡышын унда – йылы, йәйен һалҡынса буласаҡ. “Был юғары технологиялы объект заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған. Коронавирус эпидемияһынан һуң ул даими инфекция госпитале булараҡ файҙаланыласаҡ”, – тип аңлатып китте республика етәксеһе.
Һаулыҡ тураһында тапшырыуҙар алып барыусы билдәле табип Елена Малышева, таң ҡалыуын белдереп, эфирҙа был үҙәкте “XXI быуат дауаханаһы” тип атаны.
Яңы госпиталгә Рәсәйҙең һаулыҡ һаҡлау министры Михаил Мурашко юғары баһа бирҙе. “Башҡортостандан был тәңгәлдә өлгө алыу, уның тәжрибәһен таратыу мөһим. Ҡурай сәскәһе рәүешендә төҙөлгән дауахананың һәр секцияһы, кәрәк булһа, айырым ябылып, үҙ аллы эшләй ала. Клиниканы төрлө йоғошло ауырыуҙарҙан дауалау өсөн файҙаланырға мөмкин", – тине ул.
Фото “Башинформ”дан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: