+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 10:20

Саф һауала күнекмәләр

“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Иглин районында күп функциялы спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән. Бында урам тренажерҙары, махсус платформалар, воркаут менән шөғөлләнер өсөн турниктар, өҫтәл теннисы ҡоролмалары, стритбол уйыны өсөн ҡулса, балаларға скалодром да бар.

“Демография” милли проектының “Спорт – йәшәү рәүеше” федераль программаһын тормошҡа ашырыу һөҙөмтәһендә Иглин районында күп функциялы спорт майҙансығы барлыҡҡа килгән.
Күнекмәләр эшләү һәм ГТО комплексын тапшырыу өсөн яңы майҙансыҡ Иглин ауылының Еңеү паркында урынлашҡан.
Бында урам тренажерҙары, махсус платформалар, воркаут менән шөғөлләнер өсөн турниктар, өҫтәл теннисы ҡоролмалары, стритбол уйыны өсөн ҡулса, балаларға скалодром да бар.
Бөтә ҡоролмалар ҙа хәүефһеҙлек техникаһы талаптарына ярашлы, резина япмала урынлаштырылған. Тиҙҙән уларҙың һәр береһенә дөрөҫ итеп ҡулланыу өсөн тәфсирләп яҙылған инструкциялар ҙа эленәсәк.
Иглин районында 2019 йылда 800 кеше ГТО комплексын үтәүҙә ҡатнашҡан.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: