-4 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 12:16

Оло йәштәгеләр өйҙән тауыш бирһен

Республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы Конституцияға өҫтәлмәләр буйынса өлкән быуын тауыш биреүселәр өсөн лекторий үткәрҙе. Уның модераторҙары булып Берҙәм Рәсәй фирҡәһе исполкомының төбәк етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һәм халыҡ араһында коронавирусҡа ҡаршы саралар ҡабул итеү хаҡында мәғлүмәти-аңлатыу эшен үткәреү буйынса эшсе төркөмө етәксеһе Римма Үтәшева сығыш яһаны.

Күп һанлы һорауҙарға Үҙәк һайлау комиссияһы етәксеһе Илона Макаренко һәм йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихина яуап бирҙе. Бөгөнгө көндә кешеләрҙе пандемия шарттарында тауыш биреү хәүефһеҙлеге борсой. Сығыш яһаусылар билдәләүенсә, был ғәҙәти булмаған процедура, тауыш биреү тәртибе бөтөнләй икенсе. Хатта өйҙән ҡалып гражданлыҡ бурысыңды үтәү өсөн дә сикләүҙәр юҡ.
-Ләкин бындай тәҡдимде беҙ башлыса өлкән быуын кешеләренә йүнәлтәбеҙ. Сөнки улар һайлауҙарҙа иң әүҙем һәм актив гражданлыҡ позицияһы булған кешеләр. Был юлы беҙ уларҙың барыһына ла өйҙән тороп тауыш бирергә тәҡдим итәбеҙ, - тине Илона Макаренко.
Һайлау участкаһында эшләйәсәк комиссия ағзалары үҙҙәренә тейешле ваҡытты, йәғни иртәнге 8-ҙән киске 20 сәғәткә тиклем эш урындарында ҡаласаҡ, ә бына бирсәткәләр, битлектәрҙе уларға алмаштырып торасаҡтар. Шулай уҡ кешеләргә бер тапҡыр ҡулланыла торған ручкалар, зарарһыҙландырыу шыйыҡсылары, битлектәр тәҡдим ителәсәк, тән температураһы үлсәнәсәк.
-Барыһы ла операция палаталарындағы кеүек буласаҡ. Хәүефһеҙлек сараларының барыһы ла иҫәпкә алынған, - тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаты, лекторийҙың модераторы Римма Үтәшева.
Әле тауыш биреүҙәрҙең барышын контролдә тотоу өсөн күҙәтеүселәр төркөмө төҙөлә. Улар төрлө өлкәләрҙән: фирҡәләрҙән, профсоюздарҙан, ҡатын-ҡыҙҙар союзы, ветерандарҙан, фән кешеләренән, үҙ-үҙен күрһәтеүселәр исемлегенән төҙөләсәк. Ғаризаларҙы республиканың йәмәғәт палатаһы ҡабул итә.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: