+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 15:58

Коронавирус: һуңғы мәғлүмәттәр буйынса

17 июнгә ҡарата республикала коронавирус сиренә тарыусылар барлығы 4 670 иҫәпләнә.

17 июнгә ҡарата республикала коронавирус сиренә тарыусылар барлығы 4 670 иҫәпләнә.
Тәүлек эсендә вирусты 59 кеше йоҡторған. Иғтибар итәһегеҙҙер, ҡәҙерле уҡыусылар, көн һайын өҫтәлеп тороусы яңы сырхауҙар һаны кәмеүгә табан китте.
Сирләүселәрҙең 2070-е һауыҡҡан, шуларҙың 130-ы һуңғы тәүлектә дауахананан сыҡҡан. Әлеге мәлдә республикабыҙҙа коронавирус менән 2 572 кеше ауырый.
Был афәттән вафат булыусылар һаны үҙгәрешһеҙ ҡала – 18.
Рәсәйҙә бөгөн COVID-19-ҙы йоҡтороусылар бөтәһе 553 301 иҫәпләнә. Шуларҙың 304 342-һе сәләмәтләнгән, 7 478-е донъя менән хушлашҡан.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: