+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 10:25

Ике меңдән ашыу сүплек юҡҡа сығасаҡ

2024 йылға тиклем Башҡортостанда 2500 сүплек юҡ ителәсәк, сүп-сарҙы айырым йыйыу өсөн 25 меңдән ашыу контейнер ҡуйыласаҡ. Шулай уҡ һауаны бысратыуҙы күҙәтеүҙә тотоусы 7 автоматлаштырылған станция төҙөләсәк. Улар Сибайҙа, Учалыла, Стәрлетамаҡта, Нефтекамала, Өфөлә, икеһе Салауатта буласаҡ.

Был хаҡта Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән кәңәшмәлә БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры Урал Искәндәров хәбәр итте.
Бынан тыш, 2024 йылға тиклем ҡалдыҡтарҙы утилләштереү буйынса өс завод һәм 16 заманса сүп-сарҙы айырыу комплексы төҙөләсәк. Уларҙың өсөһө буйынса эш башланған да инде. Туймазы районындағы сүп-сар айырыу комплексы быйылғы йылдың аҙағына тиклем сафҡа инәсәк. Бәләбәй һәм Дәүләкән райондарында ошондай уҡ комплекстар төҙөү проекттары өҫтөндә эш бара.
Был саралар “Экология” милли проекты сиктәрендә башҡарыла.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: