+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 16:05

Хөрмәтле матбуғат һөйөүселәр, рухташтар, фекерҙәштәр, серҙәштәр!

Үтә лә ҡатмарлы көндәр кисерәбеҙ. Был донъяның ни тиклем нескә булыуын, күнегелгән тормоштоң көтөлмәгәндә селпәрәмә килә яҙыуын үҙебеҙ күрҙек. Күҙгә күренмәгән вирус беҙҙе йорттарыбыҙға бикләнергә, аралашыуҙы сикләргә, бер-беребеҙгә шикләнеп ҡарарға мәжбүр итте.

Ошо ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә шаҡтай рухи һәм матди юғалтыуҙарға дусар булдыҡ. “Башҡортостан ҡыҙы” журналын да урап үтмәне ул –баҫмабыҙ уҡыусыларының өстән бер өлөшөн юғалтыу ҡурҡынысы алдында тора.
Бөгөн беҙ “Башҡортостан ҡыҙы” журналына яҙылыу ун көнлөгө акцияһын башлайбыҙ. Милли баҫма яҙмышына битараф булмаған, телем, халҡым, тип янған ҡәрҙәштәребеҙгә, район һәм ҡалаларҙағы ҡатын-ҡыҙҙар ойошмаларына һәм ағинәйҙәр ҡорҙарына, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының урындарҙағы башҡарма комитеты идараларына, мәҙәниәт һәм мәғариф коллективтарына берҙән-бер ҡатын-ҡыҙҙар журналын киңерәк таратыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итәбеҙ.
Атап үтелгән ойошма ағзалары, коллективтар, 20 дананан күберәк журналға яҙылып, квитанцияларҙың күсермәһен редакцияға ебәрергә тейеш. Ошо шартты үтәгән осраҡта һеҙҙе шәп бүләк көтә - “Башҡортостан ҡыҙы” журналы логотибы төшөрөлгән сәйнүк!
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ, дуҫтар!
Читайте нас: