+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 14:35

Өфө - Хеҙмәт даны ҡалаһы

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө 40-тан ашыу сәнәғәт предприятиеһын, бихисап мәҙәниәт һәм ғилми учреждениеларҙы, һуғыш барған өлкәләрҙән эвакуацияланған 104 мең кешене ҡабул итте. Ҡала сәнәғәте тик фронт өсөн эшләне.

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Башҡортостандың баш ҡалаһы Өфө 40-тан ашыу сәнәғәт предприятиеһын, бихисап мәҙәниәт һәм ғилми учреждениеларҙы, һуғыш барған өлкәләрҙән эвакуацияланған 104 мең кешене ҡабул итте. Ҡала сәнәғәте тик фронт өсөн эшләне.
Хәрби йүнәлешле продукция етештереү биш тапҡырға артты. Өфө моторҙар эшләү заводы 50 меңдән ашыу самолет моторы сығарҙы. Нефть эшкәртеү заводы бер миллион тоннанан ашыу яғыулыҡ бирҙе. Паровоз ремонтлау заводы халыҡ йыйыған аҡсаға пландан тыш “Полководец Суворов”, “Александр Невский”, “Салауат Юлаев”, “Өфө” бронепоездарын эшләп фронтҡа оҙатты.
Баш ҡалала 7 хәрби часть ойошторолдо. Шул иҫәптән генерал Шайморатов етәкләгән данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ла. Өфөлә 29 хәрби госпиталь эшләне. Уларҙа 150 мең яугир яраларҙан дауаланды. Балалар йорттары, балалар шифаханалары асылды.
Һуғыш йылдарында күрһәткән хеҙмәт фиҙаҡәрлектәре өсөн Өфө моторҙар, нефть эшкәртеү, телефондар эшләү заводтары ордендарға лайыҡ булды. Төрлө урындарҙа эшләгән 60 750 кеше “1941 – 1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн” миҙалы менән бүләкләнде.
Өфө бөгөн Хеҙмәт даны ҡалаһы исеменә лайыҡлы дәғүә итә. Ҡала халҡының еңеүгә ҙур өлөш индереүен һәр кем белә, уның турһындағы хәтерҙе һәр ғаилә ҡәҙерләп һаҡлай.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: