0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
17 Июнь 2020, 11:05

Эш урындарын һаҡлап алып ҡалыу өсөн

“Йорт. РФ” Торлаҡ өлкәһен үҫтереү буйынса берҙәм институттың генераль директоры Виталий Мутко белдереүенсә, йорттар төҙөүсе ойошмалар алған кредит ставкаһын субсидиялау программаһын ғәмәлләштереүҙә 15 банк ҡатнашырға әҙер.

Президент Владимир Путин 2020 – 2021 йылдарҙа йорт төҙөлөшө темпын һәм эш урындарын һаҡлап ҡалыу маҡсатында төҙөлөш ойошмалары алған кредит ставкаларын субсидиялау тураһында күрһәтмә биргәйне.
Май айы түләүҙәре буйынса ярҙам күләме 487 млн. һум булыуы ихтимал, ти Виталий Мутко. Әлегә программаға ярашлы финанслау өсөн йәмғеһе 200 килешеү теркәлгән. Банктарҙың юғалтыуҙары ҡаҙнанан ҡаплана.
Автор:Рәсүл Байгилдин
Читайте нас: