+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 13:17

Яңы торлаҡ алып ҡыуанырҙар

Дәүләт корпорацияһы – Торлаҡ-коммуналь хужалығын реформалауға булышлыҡ фонды идаралығы Башҡортостан, Дағстан, Ҡырым республикаларының, Мәскәү һәм Пенза өлкәләренең, Йәһүд автономиялы өлкәһенең граждандарҙы авария хәлендәге торлаҡтан күсереү программаһының 2020-2021 һәм 2021-2022 йылдар этаптарын тормошҡа ашырыуға финанс ярҙам бүлеүгә ғаризаларын хуплаған. ”Йәшәү өсөн яраҡһыҙ торлаҡ фондын тотороҡло кәметеүҙе тәьмин итеү” федераль проекты “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проектына инә. Был проект сиктәрендә Рәсәй субъекттарында 2017 йылдың 1 ғинуарына тиклем авария хәлендә тип танылған торлаҡта йәшәүселәр күсерелә.

БР Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, Башҡортостан 2020-2021 йылдар этабын тормошҡа ашырыуға Торлаҡ-коммуналь хужалыҡ фондынан 56,10 миллион һум аҡса аласаҡ. Республика 12,59 миллион һум өҫтәйәсәк. Был аҡса 1,34 мең квадрат метр майҙандағы авария хәлендәге 40 торлаҡтан 134 кешене күсереүгә тотоноласаҡ. Был йорттар Өфө ҡалаһының Гоголь урамы, 41; Зәйнулла Рәсүлев урамы, 15; Совет урамы, 32; Егор Сазонов урамы, 23а; Туҡай урамы, 54 (1 – 3-сө фатирҙар) адрестары буйынса урынлашҡан.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: