+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 12:00

Туризм – өҫтөнлөклө йүнәлеш

Рәсәйҙә яңы – 14-се милли проект өҫтөндә эшләйҙәр. Ул эске туризмға һәм туристарҙың беҙҙең илгә инеүенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә. Был хаҡта “Известия” гәзите хәбәр итә. Был милли проектты тормошҡа ашырыу киләһе йылда башланыр, тип көтөлә. Уның өсөн йылына 80 миллиард һум кәрәк буласаҡ.

Рәсәйҙә яңы – 14-се милли проект өҫтөндә эшләйҙәр. Ул эске туризмға һәм туристарҙың беҙҙең илгә инеүенә булышлыҡ итеүгә йүнәлтелә. Был хаҡта “Известия” гәзите хәбәр итә.
Был милли проектты тормошҡа ашырыу киләһе йылда башланыр, тип көтөлә. Уның өсөн йылына 80 миллиард һум кәрәк буласаҡ.
Яңы милли проекттың бурысы – туристар ағымын арттырыу һәм был тармаҡта төшөмдө үҫтереү. Бының өсөн Рәсәй Хөкүмәте туроператорҙарҙың сығымын күтәрешергә, шулай уҡ халыҡты ил буйынса транспортта ташыуҙың хаҡын кәметергә, сит ил кешеләре өсөн электрон визалар индерә башларға уйлай.
Милли пректты әҙерләү менән Хөкүмәттә вице-премьер Дмитрий Чернышенко етәкселегендә һигеҙ эш төркөмө шөғөлләнә. Уларҙа эшлекле берләшмәләр, дәүләт компаниялары, профиль ассоциациялары вәкилдәре бар.
Милли проекттар – Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указында билдәләнгән, ил үҫешенең 2024 йылға тиклем өҫтөнлөклө йүнәлештәре ул. Әле 13 милли проект тормошҡа ашырыла: “Демография”, “Мәҙәниәт”, “Һаулыҡ һаҡлау”, “Мәғариф”, “Торлаҡ һәм ҡала мөхите”, “Экология”, “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары”, “Хеҙмәт етештереүсәнлеге”, “Фән”, “Һанлы иҡтисад”, “Бәләкәй һәм урта эшҡыуарлыҡ һәм эшҡыуарлыҡ башланғысына булышлыҡ”, “Халыҡ-ара кооперация һәм экспорт”, шулай уҡ магистраль инфраструктураны модернизациялау һәм киңәйтеүҙең комплекслы планы. Уларҙы тормошҡа ашырыу өсөн 2024 йыл аҙағына тиклем 25,7 триллион һум аҡса тотоноу ҡаралған.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: