+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 15:40

Туғыҙ меңдән саҡ ҡына юғарыраҡ

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың беренсе кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумы дәүмәлен 9442 һум күләмендә билдәләне.

Башҡортостан Хөкүмәте 2020 йылдың беренсе кварталында халыҡтың йән башына йәшәү минимумы дәүмәлен 9442 һум күләмендә билдәләне.
Эшкә һәләтле халыҡ өсөн ул — 10 025, пенсионерҙарға — 7695, балаларға — 9519 һум тәшкил итә, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Республикаһы Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәтенән.
Рәсәй субъекты кимәлендә билдәләнгән йәшәү минимумы социаль программаларҙы әҙерләгәндә һәм тормошҡа ашырғанда халыҡтың йәшәү кимәлен баһалау өсөн тәғәйенләнгән. Ул төбәк бюджетын формалаштырғанда әһәмиәткә эйә. Ошо күрһәткестән сығып, аҙ тәьмин ителгән граждандарға социаль ярҙам күләме иҫәпләнә.
Читайте нас: