+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 03:26

Ни өсөн был компенсация июндә аҙыраҡ?

Июндә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн аҡсалата компенсация алған кешеләр, ни эшләп был айҙа ул аҙыраҡ икән, тип аптырап ҡалды.

Июндә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн аҡсалата компенсация алған кешеләр, ни эшләп был айҙа ул аҙыраҡ икән, тип аптырап ҡалды. Башҡортостан Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте быға аңлатма бирә.
Башҡортостанда 2009 йылдың 1 ғинуарынан льготаларға эйә кешеләргә торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн түләү буйынса социаль ярҙам айлыҡ аҡсалата компенсация рәүешендә бирелә. Бөгөнгө көндә уның күләме Башҡортостан Хөкүмәтенең 2019 йылдың 30 июлендәге 447-се ҡарары нигеҙендә раҫланған республика стандарттарын ҡулланып билдәләнә һәм шуға ярашлы, йылытыу миҙгелендә һәм йорттар йылытылмаған миҙгелдә ул төрлөсә килеп сыға.
2019 йылдың 1 октябренән 2020 йылдың 31 майына тиклем берҙәм аҡсалата компенсация күләме республикала йылытыу миҙгелендә ҡулланылған стандарттарҙан сығып иҫәпләнде. 2020 йылдың 1 июненән иһә ул йылытыу туҡтатылған миҙгелдәге стандарттар буйынса иҫәпләнде һәм шуға күрә уны кешеләр кәмерәк алды.
Закондарға ярашлы, был льготаның аҡсалата эквивалентын билдәләтеү өсөн ярты йылға бер тапҡыр берҙәм компенсация күләмен шәхсән яңынан иҫәпләттерергә мөмкин. Бының өсөн тейешле документтар (паспорт йәки шәхесте раҫлаусы башҡа документ, алты айға торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәргә тулыһынса түләү хаҡында квитанциялар) менән күп функциялы үҙәктәрҙең береһенә йәки йәшәү урыны буйынса халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: