+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 12:11

Өлкән быуын кешеләре өсөн лекторий

16 июнь Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙәрҙе ойоштороуға арналған сираттағы онлайн лекторий үтәсәк. 14 сәғәттә эфирға сығасаҡ осрашыу өлкән быуын кешеләрен коронавирустан профилактикалауға йүнәлтелгән.

Бөтә Рәсәй тауыш биреүҙәргә әҙерлек һәм үткәреү саралары хаҡында республиканың Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Илона Макаренко һөйләйәсәк. Күҙәтеүселәрҙең эшен ойоштороу хаҡында йәмәғәт палатаһы рәйесе Ольга Панчихинаның сығышы буласаҡ.
Осрашыуҙың модераторҙары - Берҙәм Рәсәй фирҡәһе исполкомының төбәк етәксеһе Рөстәм Әхмәҙинуров һәм халыҡ араһында коронавирусҡа ҡаршы саралар ҡабул итеү хаҡында мәғлүмәти-аңлатыу эшен үткәреү буйынса эшсе төркөмө етәксеһе Римма Үтәшева.
Онлайн осашыуға һәр кем ҡушыла ала. Ул партияның ютуб-каналында эфирға сыға. Шунда уҡ элекке лекцияларҙы ла тыңларға мөмкин. Теләгән һәр кем үҙен ҡыҙыҡһындырған һорауҙарҙы онлайн бирә аласаҡ.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: