16 июнгә бирелгән мәғлүмәттәр буйынса, барлығы 1 940 яҡташыбыҙ коронавирус инфекцияһын еңеүгә өлгәшкән. Аҙаҡҡы тәүлектә 66 кеше һауығып, дауахананан сыҡҡан.
Республикабыҙҙа был сирҙе йоҡтороусылар йәмғеһе 4 611 иҫәпләнә. Тәүлек эсендә уны тағы 64 кеше эләктергән.
Мәкерле ауырыу Башҡортостанда 18 ғүмерҙе өҙҙө. Һуңғы тәүлектә вафат булыусылар юҡ.
Рәсәй төбәктәрендә тәүлек эсендә COVID-19 8 248 сырхауҙы аяҡтан йыҡҡан, 193 сирле донъя ҡуйған, 9 767 кеше унан сәләмәтләнгән.
Дөйөм алғанда, бөгөнгө көнгә ҡарата Рәсәй буйынса коронавирусты йоҡтороусылар – 545 458, шуларҙың 294 306-һы һауыҡҡан, 7 284-е вафат булған.