0 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 14:56

Кәкүк сәйенә сыҡтыҡ

Халҡыбыҙҙа борон-борондан төрлө байрамдар үткәреү йолаһы бар. Ул ниндәйҙер юрамыштарға, ырымдарға, аш-һыуға, йыл миҙгелдәренә, изге теләктәр теләү традицияларына бәйләнгән.

Халҡыбыҙҙа борон-борондан төрлө байрамдар үткәреү йолаһы бар. Ул ниндәйҙер юрамыштарға, ырымдарға, аш-һыуға, йыл миҙгелдәренә, изге теләктәр теләү традицияларына бәйләнгән.
Ҡарға-туй, кәкүк сәйе, ҡымыҙ, ҡорот байрамдары, йыйын, һабантуйҙарҙың исеме үҙе үк әйтеп тора. Урында ошо йолаларҙы әле лә тоталар һәм ауыл ҡарттары, төрлө фольклор ансамблдәре уны үткәреүгә ҙур әһәмиәт бирә.
Сибай ҡалаһының “Яугел” халыҡ фольклоры ҡумыҙсылар ансамбле ошо көндәрҙә урындағы “Ынйыҡай” халыҡ бейеүселәре (етәксеһе - Эльвира Аҡназарова) менән берлектә Ирәндек итәгенә сығып “Кәкүк сәйе” байрамын үткәрҙе. Ойоштороусыларҙың береһе Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, хажиә Дилара Рафиҡова билдәләүенсә, сараның маҡсаты ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе, йолаларабыҙҙы юғалтмай, быуындар сылбырын һаҡлау, балаларға өйрәтеп ҡалдырыу.
-Заманалар төрлөсә үҙгәреп тора.Донъя кимәлендә вирус кеүек оло әфәт менән күҙгә-күҙ осраштыҡ. Шуға күрә “Кәкүк сәйе”ндә изге теләктәр теләнек, илдәребеҙҙең имен булыуына доға ҡылдыҡ. Республиканың көньяғында күптән ямғырҙар яумай. Халҡыбыҙҙың элек-электән тауға сығып ямғыр яуҙырыу теләктәре бар. Беҙҙең теләк - шифалы ямғырҙарыбыҙ яуып торһон, ашлыҡтарыбыҙ мул булһын, иман байлыҡтарында, тулы ғаилә бәхеттәре менән йәшәргә насип итһен, Аллаһ тәғәлә. Байрамда балалар төрлө уйындар уйнаһа, оло апайҙар мөнәжәттәр әйтеп, ҡумыҙ сирттеләр. Бишбармаҡ бешереп, ҡоротлап һурпа эсерҙеләр.
Урындағы Сибай телевидениеһының ижади төркөмө байрам хаҡында ҡыҫҡа метражлы фильм төшөргән.“Кәкүк сәйе”нә борон-борондан тик ҡатын-ҡыҙҙар, бала-сағалар ғына сыҡҡан. Йәш ҡыҙҙар кәкүктән ҡасан кейәүгә сығыуҙарын һорағандар, юрап, теләк теләгәндәр. Бейеп күңел асҡандар, ҡатыҡ туғып ағас төбөнә ҡойоп, кәкүкте ризалатҡандар.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: