22 июндә Өфө тимер юл вокзалы биләмәһендә Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фронтҡа киткән яҡташтарыбыҙға һәйкәл асыла.
«Һәйкәл әҙер. Ул бик матур. Беҙ уны 22 июндә — Бөйөк Ватан һуғышы башланған көндә асабыҙ. Был символик мәғәнәгә эйә, тип уйлайым һәм уны кисектерергә теләмәйбеҙ», — тине республика ветерандарының йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре менән 9 июндә үткән онлайн-осрашыуҙа Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров.
Сарала ветерандарҙың ҡатнашыуы йәһәтенән республика башлығы бының эпидемиологик хәлгә бәйле булыуын әйтте. «Ҡунаҡтар һаны сикле булыр, моғайын», — тип билдәләне ул.
Һәйкәл бронзанан ҡойолған. Ул төрлө милләт кейемендәге ете һындан тора һәм республикабыҙҙың күп милләтле булыуын символлаштыра.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында республиканан 700 меңдән ашыу кеше фронтҡа киткән, уларҙың 300 меңдән ашыуы әйләнеп ҡайтмаған.