+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
16 Июнь 2020, 13:38

Дәүләт өсөн иң мөһиме кеше һаулығы

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү мөһимлеге бөгөн йәки кисә генә тыуған идея түгел. Ул - йылдар дауамында төптән уйланылған аҙым.

Федерация Советының фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитет рәйесе Лилиә Ғүмәрова билдәләүенсә, ил Конституцияһына үҙгәрештәр индереү мөһимлеге бөгөн йәки кисә генә тыуған идея түгел. Ул - йылдар дауамында төптән уйланылған аҙым.
-Илебеҙҙең төп документына өҫтәлмәләр индереү иҡтисади үҫеш, граждандарҙың йәшәү кимәлен күтәреү өсөн мөһим.
Үҙгәрештәр хеҙмәт кешеһенә ихтирам тәрбиәләй һәм уның абруйын күтәреүгә булышлыҡ итәсәк.
Конституцияға традицион ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу һәм үҫтереүгә, балаларҙы дәүләт кимәлендә яҡлауға, милли үҙенсәлекте, телдәрҙе һаҡлауға һәм социаль йүнәлешкә ҙур урын бирелә.
Лилиә Ғүмәрова Конституцияға өҫтәлмәләр индереү буйынса тәҡдимдәр әҙерләүсе эшсе төркөмөнә инә.
Уның билдәләүенсә, тауыш биреүҙәр әле булмаған, ләкин үҙгәрештәрҙә билдәләнгән гарантиялар пандемияға ҡаршы көрәштә балалы ғаиләләргә бөгөн үк ярҙам итә.
-Беҙ дәүләттең ролен бөтөнләй икенсе төрлө ҡабул итә башланыҡ. Бөгөн илебеҙ өсөн кешеләрҙең ғүмере һәм һаулығы тәү сиратта тороуон аңланыҡ. Тауыш биреүҙәр ваҡытында ла профилактик сараларға етди иғтибар йүнәлтелә. Шуға күрә был мөһим ваҡиғала ҡатнашыу һәр кемдең бурысы тип иҫәпләйем.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: