Оборона министры Сергей Шойгу билдәләүенсә, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған парад герой-ҡалаларҙа һәм хәрби округтар штабтары урынлашҡан 19 төбәк үҙәктәрендә үтергә тейеш ине. Коронавирусҡа бәйле килеп тыуған ҡатмарлы санитар-эпидемиологик хәл арҡаһында 13 ҡала был тантаналы саранан баш тартты.
Атап әйткәндә, парад Псковта, Вологдала, Ярославлдә, Орелда, Курскта, Белгородта, Пермдә, Пензала, Саранскта, Силәбелә, Түбәнге Тагилда, Петропавловске-Камчатскийҙа и Якутскта булмай.
Билдәле булыуынса, 9 майҙа тик авиапарадтар үтте һәм байрам салюттары атылды. Президент Владимир Путин үҙенең ҡарары менән Еңеү көнөнөң юбилей датаһын лайыҡлы билдәләүҙе 24 июнгә күсерҙе. 1945 йылдың нәҡ ошо көнөндә Ҡыҙыл майҙандан тәүге Еңеү парады үтә.