+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 21:24

Табиптарыбыҙ ярҙамға юллана

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һорауы буйынса, Башҡортостандың 17 юғары профессиональ табибынан торған төркөм Ҡарасәй-Черкес Республикаһына коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итергә юллана.

Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы һорауы буйынса, Башҡортостандың 17 юғары профессиональ табибынан торған төркөм Ҡарасәй-Черкес Республикаһына коронавирусҡа ҡаршы көрәштә ярҙам итергә юллана. Ошо турала республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең оператив кәңәшмәһендә белдерҙе.
Төркөмдә – был вирус менән сирләүселәрҙе дауалауҙа тәжрибә туплаған инфекционистар, анестезиологтар, пульмонологтар, терапевтар, эпидемиологтар. Улар COVID-госпиталдәрҙең “ҡыҙыл” зонаһында эшләйәсәк. Табиптарыбыҙ юлға бөгөн үк сыға.
Ҡарасәй-Черкес Республикаһына быға тиклем шәхси һаҡланыу әйберҙәре, битлектәр, дезинфекциялаусы саралар, медикаменттар менән гуманитар йөк тә оҙатылған булған.
Фото БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: