+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 19:42

Онкология диспансерына – яңы ҡоролмалар

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик ауырыуҙар менән көрәш” төбәк проекты сиктәрендә Республика онкология диспансерына Японияла етештерелгән юғары сифатлы яңы видеогастроскоптар алынған.

“Һаулыҡ һаҡлау” милли проектының “Онкологик ауырыуҙар менән көрәш” төбәк проекты сиктәрендә Республика онкология диспансерына Японияла етештерелгән юғары сифатлы яңы видеогастроскоптар алынған.
Видеогастроскопия – ашҡаҙан-эсәк трактын ҡарау өсөн эндоскопик тикшереүҙең бер төрө ул. Аппараттар киң мөмкинлектәргә эйә. Улар рәсемде ныҡ ҙурайтып, юғары асыҡлыҡта күрһәтә. Был прецизион ҡарау үткәреүҙә, эндоскопик электрохирургик дауалауҙа ҙур әһәмиәткә эйә. Был ҡорамалдарҙа юғары сифатлы HD-рәсемдәр алыу мөмкинлеге ҙур.
Фото Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығы сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: