+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 17:11

Федоровкала – яңы бассейн

Федоровка районында бассейн төҙөлә. Уның майҙаны 1,4 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Төҙөлөш эштәре 2018 йылдың йәйендә башланған.

Федоровка районында бассейн төҙөлә. Уның майҙаны 1,4 мең квадрат метр тәшкил итәсәк. Төҙөлөш эштәре 2018 йылдың йәйендә башланған.
Яңы бассейн бер сәғәттә 40 кешене ҡабул итә аласаҡ. Проект буйынса 25 метрлыҡ 4 юл, кейем алыштырыу тренер бүлмәһе, вестибюль, гардероб, табип һәм дежур шәфҡәт туташы кабинеттары, персонал өсөн һәм башҡа бүлмәләр ҡаралған.
Әле төҙөлөш-монтаж эштәре тамамланған. Төҙөүселәр бинаның эсен биҙәү менән мәшғүл. Тышҡы яғын биҙәү ҙә тамамланыу алдында тора. Инженер селтәрҙәре үткәреү, эргәләге биләмәне матурлау эштәре лә бара.
Бассейн “Демография” милли проектын тормошҡа ашырыу сиктәрендә төҙөлгән.
Фото Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте сайтынан алынды.
Автор:Гөлшат Ҡунафина
Читайте нас: