+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 18:48

Еңеүселәр билдәләнде

Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының конкурс комиссияһы республиканың дәүләт телдәре һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар тәҡдим итеү конкурсының еңеүселәрен билдәләне.

Башҡортостандың граждандар йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фондының конкурс комиссияһы республиканың дәүләт телдәре һәм Башҡортостан халыҡтары телдәрен һаҡлау һәм үҫтереүгә гранттар тәҡдим итеү конкурсының еңеүселәрен билдәләне.
Улар араһында Стәрлетамаҡта йәштәр араһында башҡорт теле һәм мәҙәниәтен популярлаштырыу маҡсатында йырҙар һәм клиптарҙан торған “вирус” видеороликтар төшөрөләсәк. Мәскәүҙә “Рәсәй ҡанаты аҫтында” тигән йәмәғәт ойошмаһы башҡалала этно-мәҙәни клуб төҙөйәсәк. Уның маҡсаты башҡорт телен өйрәнеү, мәҙәни фестивалдәрҙә ҡатнашыу аша республикабыҙ менән бәйләнеш тотоу.
“Башҡортостанда рустар соборы” ойошмаһы телде, фольклорҙы һәм диалекттарҙы һаҡлау, рус теленең сифатын күтәреү өсөн төрлө ғилми-ғәмәле конференциялар уҙғарасаҡ.
Шулай уҡ еңеүселәр араһында Башҡортостандың китапханалар ассоциацияһы, Өфөнөң балалар ижады йорто һәм башҡа учреждениелар бар. Барлығы 23 проект Өфө ҡалаһынан, ике проект - Стәрлетамаҡтан һәм ете райондан берәр проект тәҡдим ителгән. Еңеүселәр араһында Башҡортостандан тыш, Пермь крайы, Силәбе, Мәскәү, Свердлов өлкәләре бар. Иң күләмле грант аҡсаһы - 2 996 мең һумды “Башҡорт теле йылы 2020” тигән проект яуланы. Уның авторҙары “Тергеҙеү” башҡорт халҡын яҡлау фонды. Проект сиктәрендә муниципаль райондарҙа “Башҡорт теле йылы” тигән фестиваль-марафон үткәреү күҙ уңында тотола.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: