Башҡортостан Һаулыҡ һаҡлау министрлығының һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, 15 июнгә ҡарата республикала коронавирус йоҡтороусыларҙың дөйөм һаны дүрт мең ярымдан артып киткән, теүәлерәк итеп әйткәндә, – 4547. Тәүлек эсендә йәнә лә 61 сырхау өҫтәлгән.
Һаулыҡ һаҡлау министры Максим Забелин белдереүенсә, ауырыуҙарҙың 82 проценты – 26 йәштән 60 йәшкә тиклемгеләр.
Стационарҙарҙа 1030 сирле дауалана, шуларҙың 782-һенең хәле ҡәнәғәтләнерлек, 207-һенеке – уртаса ауырлыҡта, 41-енеке – ауыр.
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1625.
Һауығып, дауахананан сығыусылар барлығы – 1874.