+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
15 Июнь 2020, 13:13

Һаулыҡты ла һаҡларға, тауыш биреүҙәрҙә лә ҡатнашырға

Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашыу магазинға барып килеүгә ҡарағанда ла хәүефһеҙерәк буласаҡ, тип иҫәпләй Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова.

Конституцияға үҙгәрештәр индереү буйынса тауыш биреүҙәрҙә ҡатнашыу магазинға барып килеүгә ҡарағанда ла хәүефһеҙерәк буласаҡ, тип иҫәпләй Рәсәй Үҙәк һайлау комиссияһы рәйесе Элла Памфилова.
Был сараларҙа нисек ҡатнашырға мөмкин?
Тауыш биреүҙәр 25 июндән 1 июлгә тиклем уҙасаҡ. Был иһә участкаларҙа кешеләрҙең күпләп килеүен кисектереү маҡсатында эшләнә. Тик уларҙың эш режимы бер-береһенән айырылыуы мөмкин. Ләкин 1 июль бөтә тауыш биреү пункттары ла иртәнге 8 сәғәттә асыла һәм урындағы ваҡыт менән 20 сәғәткә тиклем эшләй.
Тауыш биреүгә килеү өсөн һайлау комиссиялары һәр бер кешегә үҙ тәҡдимдәрен бирәсәк. Был иһә ошо көндә билдәле бер ваҡытта һайлау участкаларына килеп тауыш бирергә кәрәк тигәнде аңлата. Һәр кем үҙенә уңайлы ваҡытты һайлай ала.
Бюллетендәр йәшәү урыны буйынса участкаларҙа була. Уларҙың адресын Үҙәк һайлау комиссияһы сайтында табырға мөмкин. Әгәр ҙә кеше бер урында йәшәй, икенсе урында теркәлгән икән, уға “Мобиль һайлаусы” системаһы ярҙамға килә.
Ғаризалар ҡабул итеү 5 июндән башланды һәм ул 21 июндең 14 сәғәтенә тиклем ҡабул ителә.
Бынан тыш өйҙә ултырып та тауыш бирергә мөмкин. Бының өсөн, дәүләт хеҙмәте порталына заявка биреп, һайлау учаскаһына шылтыратыу ҙа етә.
Башҡортостандың Дәүләт-Йыйылышы Ҡоролтай депутаты, медицина фәндәре кандидаты Римма Үтәшева журнал сайтына үҙ фекерҙәре менән уртаҡлашты:”Пандемия шарттарында кешеләрҙең һаулығы тәү сиратта тороуын беҙ аңлайбыҙ. Бырыһы ла алдан уйланылған, ойошҡан шарттарҙа үтәсәк, бер ниндәй ҙә һабантуй булмаясаҡ. Һайлау участкаларында бөтә әйбер операциялағы кеүек таҙа, стерилләнгән, дистанция һаҡланасаҡ, кешеләргә бер тапҡыр ҡулланыла торған бирсәткәләр, битлектәр, хатта ручкалар бирелә. Вирусҡа ҡаршы саралар ҡабул итеп өйрәндек, шуға ҡурҡырға ярамай. Кемдәр тауыш биреү участкаларына килә алмай, уларҙың йорттарына барасаҡтар. Ләкин бер кем дә өйгә инмәй, тауыш биреү ситтән тороп башҡарыла. Был процедуралар ҙа алдан уйланылған. Һаулыҡты ла һаҡларға, тауыш та бирергә кәрәк тип уйлайым».
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: