Һуңғы тәүлектә республикала 68 кешелә коронавирус табылған. Күреүегеҙсә, яңы өҫтәлеп тороусы ауырыуҙар көн һайын әкренләп кәмей бара, ләкин сир йоҡтороу ҡурҡынысы әле ныҡ ҙур. Шуға күрә һаҡлыҡ сараларын күреүҙе һис кенә лә туҡтатырға түгел.14 июнгә ҡарата Башҡортостанда был мәкерле ауырыуға тарыусылар барлығы 4 486-ға етте.
Стационарҙарҙа әлеге мәлдә 1 016 сирле дауалана.
Табиптар шуларҙың унауһының хәле ауыр булыуын белдерә ( туғыҙын яһалма һулыш аппаратына тоташтырырға мәжбүр булғандар). Өйҙәрендә дауаланыусылар – 1 599.
Тәүлек эсендә 14 кеше һауыҡҡан. Республика буйынса коронавирустан сәләмәтләнеүселәр йәмғеһе – 1 853.
COVID-19-ҙан вафат булыусыларҙың дөйөм һаны республикабыҙҙа 20 майҙан бирле үҙгәрешһеҙ ҡала – 18.
Һуңғы тәүлектә “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған сырхауҙар – 22, унан һауығыусылар – 15.