+12 °С
Ямғыр
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
13 Июнь 2020, 18:47

Вирус яйлап сигенә башланымы?

Республикабыҙҙа яңы өҫтәлеп торған ауырыуҙарҙың һуңғы көндәрҙә яйлап ҡына кәмей барыуын күреп, коронавирус, ниһайәт, сигенә башланы, ахыры, тигән һаҡ өмөт нығый күңелдә.

Республикабыҙҙа яңы өҫтәлеп торған ауырыуҙарҙың һуңғы көндәрҙә яйлап кәмей барыуын күреп, коронавирус, ниһайәт, сигенә башланы, ахыры, тигән һаҡ өмөт нығый күңелдә. Тәүлек эсендә COVID-19 70 кешелә табылған ( кисә был һан 75 ине, өсөнсө көн – 79). 13 июнгә ҡарата Башҡортостанда коронавирус йоҡтороусылар барлығы 4418 иҫәпләнә.
Дауаханаларҙа әле сиргә ҡаршы алышыусылар – 1009. Шуларҙың 29-ы ауыр хәлдә ята ( 22-һе – яһалма һулыш аппараты ярҙамында йәшәү өсөн көрәшә).
Амбулатор шарттарҙа дауаланыусылар – 1552.
Һуңғы тәүлектә 16 кеше дауахананан сыҡҡан. Коронавирусты еңеүсе яҡташтарыбыҙ барлығы – 1839.
Эпидемия башынан алып был шәфҡәтһеҙ сирҙән вафат булыусылар һаны – 18. Аҙаҡҡы 24 сәғәттә унан үлем осраҡтары теркәлмәгән.
“Дауахананан тыш пневмония” диагнозы кисәле-бөгөнлө 80-кешегә ҡуйылған. Үпкә ялҡынһыныуынан ҡотолоп, тәүлек эсендә дауахананан сығыусылар – 47.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: