Медицина хеҙмәткәрҙәре байрамы һәм Рәсәй көнө алдынан Өфөнөң бөтә райондарында ла Граффити фестивале сиктәрендә йәнле эштәр башланды. Урам рәссамдары биналар стеналарында заман геройҙарын: табиптарҙы, ғалимдарҙы, волонтерҙарҙы, социаль хеҙмәткәрҙәрҙе, курьерҙарҙы һәм башҡа һөнәр эйәләрен, шулай уҡ Рәсәй триколорына арналған һүрәттәрҙе төшөрә.
Мәҫәлән, Өфөнөң Октябрь районында коронавирусҡа ҡаршы көрәшеүсе табиптар хөрмәтенә таң ҡалырлыҡ граффити эшләгәндәр. 21-се дауахана бинаһы стенаһында 75 квадрат метрҙы биләгән һүрәт һәм “Хеҙмәтегеҙ өсөн рәхмәт!” тигән яҙма әллә ҡайҙан иғтибарҙы йәлеп итә.
Тиҙҙән баш ҡаланың Ленин районындағы 1-се республика тире-венерология диспансерында 23 метр бейеклектәге һүрәт һәм “Табиптарыбыҙға рәхмәт!” тигән яҙма пайҙә буласаҡ. Авторы – Павел Дорофеев.
Бөгөн Дим биҫтәһендәге 3-сө дауахана, Киров районындағы 2-се балалар поликлиникаһы һәм 52-се поликлиника, Орджоникидзе районындағы 18-се дауахана стеналарында тырышып рәсем төшөрәләр. Яҡын арала Калинин районындағы 13-сө дауахана һәм Совет районындағы 3-сө балалар поликлиникаһы диуарҙарын да медицина хеҙмәткәрҙәре һүрәттәре биҙәйәсәк.
Бынан тыш, ҡаланың Киров районындағы “Мин Өфөнө яратам” тигән арт-объект майҙаны, Рәсәй триколоры төҫтәре менән балҡып, барса килеүселәргә байрам кәйефе бүләк итә.