+7 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2020, 12:36

Салауат Юлаев премияһы кемдәргә тапшырылыр?

Республика башлығы эргәһендәге Башҡортостандың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы буйынса комиссия эштәрҙе ҡабул итә башланы.

Республика башлығы эргәһендәге Башҡортостандың әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендәге Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы буйынса комиссия эштәрҙе ҡабул итә башланы.
Билдәле булыуынса, премия ике йылға бер тапҡыр бирелә. Ул һәләтле, яңылыҡ индереүсе һәм үҙенсәлекле хеҙмәт өсөн тапшырыла.Уны премияға дәғүә итеүсе комиссияның эше тамамланырҙан ярты йыл алда киң даирәгә тәҡдим итергә тейеш.
Комиссия 2020 йылдың 15 июненән 15 июлгә тиклем эшләй. Бөгөнгө көндә өс премияның һәр береһенең күләме 500 мең һум.
Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһына дәғүә итеүселәрҙең исемлеге матбуғат сараларында баҫыласаҡ.
Фото Башинформдан алынды.
Автор:Гөлнур Ишбулатова
Читайте нас: