Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров 12 июнь Рәсәй көнө һәм Салауат Юлаевтың 266 йыллығы уңайынан ойошторолған байрам сараларында ҡатнашты.
Радий Фәрит улы ҡурай моңо аҫтында милли батырыбыҙ һәйкәленә сәскәләр һалды.
Европалағы иң ҙур атлы статуяның авторы Сосланбек Тавасиев. Уның өсөн уға СССР-ҙың Дәүләт премияһы тапшырылған.
Салауат Юлаевҡа һәйкәл 1967 йылда асылған. Уны Ленинградтың “Монументскульптура” заводында ҡойғандар.
Рәсәй көнөн уңайынан республика башлығы Дуҫлыҡ монументына сәскәләр һалды. Ул башҡорт халҡының Рәсәй дәүләтенә ирекле ҡушылыуына 400 йыл тулыуға арналған һәйкәл.
Радий Хәбиров үҙенең сәхифәһендә республика халҡын байрам менән ҡотлап:
- Ҡәҙерле илем, байрам менән! Һинең киңлектәрендә барыбыҙға ла именлектә, бәхеттә һәм килешеп йәшәргә яҙһын. Алға!,- тип яҙған.
Фото республика башлығы сайтынан алынды.