0 °С
Ясна
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Июнь 2020, 21:45

11 ауырыу – яһалма һулыш аппаратында

12 июнгә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, 4348-гә еткән. Һуңғы 24 сәғәттә был сир 75 кешелә раҫланған.

12 июнгә ҡарата республикабыҙҙа коронавирус йоҡтороусылар, дөйөм алғанда, 4348-гә еткән. Һуңғы 24 сәғәттә был сир 75 кешелә раҫланған.
1001 ауырыу стационарҙарҙа дауалана. 27-һе ауыр хәлдә (шуларҙың 11-е яһалма һулыш аппаратына тоташтырылған).
Сирҙе еңел үткәреүсе 1506 сырхау амбулатор шарттарҙа дауалана.
Тәүлек эсендә 82 кеше дауахананан сыҡҡан. Һауығыусыларҙың дөйөм һаны – 1823.
Эпидемия башланғандан бирле COVID-19 барлығы 18 ғүмерҙе алып китте, кисәле-бөгөнлө унан вафат булыусылар юҡ.
Һуңғы тәүлектә 126 кешегә “дауахананан тыш пневмония” диагнозы ҡуйылған. Аҙаҡҡы 24 сәғәттә был сирҙән сәләмәтләнеүселәр – 56.
Автор:Альмира Кирәева
Читайте нас: